

Башҡортостан спортсылары тау саңғыһы спорты буйынса Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһының беренсе этабында 9 миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған туғыҙ спортсы ҡатнашты.
Карина Закирова һәм Александр Лебединцев слалом-гигант дисциплинаһында еңеүсе булды. Шулай уҡ улар супер-гигантта һәм слаломда көмөш миҙалдар алды. Ошо уҡ дисциплиналарҙа Ләйлә Аҡсурина бер көмөш һәм бер бронза миҙал алды, Риза Йыһаншин ике бронза миҙал яуланы.
Ярыштарҙа илдең 7 төбәгенән 46 спортсы ҡатнашты, тип билдәләнеләр Спорт министрлығында.
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Салауат Юлаев»тың овертаймда Хабаровскиҙың «Амур»ын еңеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.