

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов Берҙәмлек кубогында ир-егеттәр спринтында икенсе тапҡыр алтын миҙал алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.
Был юлы Эдуард Латипов яҙа атманы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Даниил Серохвостов менән Александр Корнев бүлеште.
Биатлон буйынса Берҙәмлек Кубогы Чайковскийҙа (Пермь крайы) бара.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан парашютсыларының Рәсәй чемпионатында миҙалдарҙың тулы комплектын алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.