Башҡортостанда еңел атлетика манежы менән спорт комплексы, Бокс үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөлә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.
«Беҙ Рәсәй Президентына еңел атлетика манежын төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт иттек, был проект әһәмиәте яғынан Көрәш һарайынан һуң икенсе урында тора. Бокс үҙәге һәм Теннис академияһы ла кәрәкле объекттар», — тине Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, идара итеү командаһының төп бурыстарының береһе — балаларға спорт менән бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеген тәьмин итеү.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан спорт объекттарын төҙөү темптары буйынса илдә лидер тип танылды.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.