— Илдар Йәнғол улы, был республикабыҙ өсөн ҙур еңеү. Ошондай олпат йәштә һеҙгә донъя кимәлендәге ярышта сығыш яһау ауыр түгелме?
— 2009 йылдан алып ветерандар араһында үткән донъя чемпионатында биш тапҡыр ҡатнаштым. Үҙемә ҡаршы сыҡҡан көрәшселәрҙе белеп бөткәнмен, бер тапҡыр был титулды яуларға насип булғайны. Шуға күрә мин әҙер инем. Әлеге ярышта 14 илдән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Минең 60-64 йәшлектәр категорияһында 10 спортсы ярышты. Финалда үҙебеҙҙең Чечня республикаһынан ветеран менән көрәштем һәм еңеү яуланым.
— Нисек көрәш менән шөғөлләнә башланығыҙ?
— Мин сығышым менән Күгәрсен районынанмын. Силәбе дәүләт физик культура институтын тамамланым. Шунда атаҡлы көрәшсе, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосоповтың ҡулы аҫтында шөғөлләнергә насип булы. 1976 йылдан алып көрәштән айырылғаным юҡ. Харис ағайҙың Силәбелә, Салауат районында үткәргән ярыштарында еңеүҙәр ҡанат ҡуйҙы. Һабантуйҙарҙа утыҙлаған һарыҡ яуланым. Һуңынан балаларҙы көрәш серҙәренә өйрәтә башланым. 30 йылдан ашыу Мәләүездең балалар спорт мәктәбендә дзюдо һәм самбо күнекмәләрен алып барам.
— Әлеге чемпионаттан нидәй тәьҫораттар ҡалды?
— Матур итеп ҡаршы алдылар, тажиктар — бик ҡунаҡсыл халыҡ. Быға тиклем Марокко, Кипр, Белоруссияла үткән донъя ярыштарына барҙым. Бындағы ойоштороу кимәле юғарыраҡ булды.
— Күп көрәшселәр билен ауырттыра, олораҡ йәштә бөтөнләй сығыш яһай алмай. Ә һеҙ йәрәхәт алыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы?
— Ысынлап та беҙҙең йәштә йәрәхәт алыу ҡурҡынысы юғарыраҡ. Һәр күнекмә алдынан яҡшы итеп тәнде яҙырға, әҙерләнергә кәрәк. Мин ярты сәғәт йүгерәм, шунан ғына күнекмәгә тотонам. Икенсе яҡтан, тәбиғәттән дә киләлер, Хоҙай биргән көс. Ғөмүмән, бөтә төр көрәште лә үҙ итәм, дзюдо буйынса ла, самбо буйынса ла ярыша алам. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ көрәше буйынса донъя кубогында өсөнсө урын яуланым.
— Нисек һеҙҙең кеүек оло йәштә лә көслө, сәләмәт булып ҡалырға?
— Һәр ваҡыт үҙеңде формала тоторға кәрәк. Телевизор ҡарап ятһаң, күп йоҡлаһаң, был уңышҡа өлгәшеп булмай ул. Кәңәшем бик ябай — бары тик күберәк хәрәкәт итергә кәрәк. Беҙ ял һайын спортсылар менән ике сәғәт буйы футбол уйнайбыҙ. Спорт һаулыҡты нығыта, тик сама белеп шөғөлләнергә кәрәк. Тәмәке һәм араҡынан алыҫ торам. Унан башҡа ла күңел асыу мөмкинлектәре күп.