Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Октябрь 2024, 16:50

Радий Хәбиров спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштарын ҡараны

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

29 октябрҙә Өфөлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы призына ир-егеттәр араһында спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштарын ҡараны. Улар Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Унда Рәсәйҙең 27 төбәгенән 150 спортсы, шул иҫәптән Башҡортостандан 16 спортсы ҡатнаша.

Республика етәксеһе көрәш буйынса олимпия чемпиондары һәм билдәле тренерҙар менән бергә көрәшселәрҙең алышын күҙәтте.

Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығына 16 ноябрҙә Көрәш һарайында тәүге күләмле ярыштар, Самбо көнө үткәрелеүе тураһында һөйләне.

«Көрәш һарайы 6 спорт төрө буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Баталова үҙәге - күнегелгән урын, бында ашхана, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн ҡунаҡхана бар. Рәсәй Кубогына билдәле спортсыларыбыҙ килде. Беҙ һәр ваҡыт уларға ихтирам күрһәтергә тейеш», – тип билдәләне республика етәксеһе.

17-19 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында XII «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы уҙҙы. Өфөнөң 450 йыллығына асылған Көрәш һарайы форумдың төп майҙансығына әүерелде, ә сараларҙы заманса техника менән йыһазландырылған 8 объект ҡабул итте.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-10-29/radiy-habirov-posetil-sorevnovaniya-kubka-rossii-po-sportivnoy-borbe-3988419

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас