Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+14 °С
08:19 (UTC+5), 17 Октябрь 2024

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Фехтование үҙәге асылды

Фото: Рәсәй хөкүмәтенең социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөн, 17 октябрҙә, Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев Өфөлә РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әйүпов исемендәге Фехтование үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты һәм юниорҙар араһында «Салауат ҡылысы» халыҡ-ара ярыштарына старт бирҙе.

Сара Өфөнөң 450 йыллығы йылында XII «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы барышында ойошторолдо.

Рәсәйҙең бөйөк спортсыларының еңеүҙәре менән илһамланған бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙар мотлаҡ Фехтование үҙәгенә килер, һәм илебеҙҙең спорт күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыныр, тип билдәләне вице-премьер.

Дмитрий Чернышенко илебеҙҙең донъяға бик күп таланттар бүләк итеүен иҫкә төшөрҙө һәм ил, төбәк етәкселегенең спортты үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне.

Әлеге көндә Башҡортостанда 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй, уларҙың иҫәбе арта ғына бара. Ике миллиондан ашыу кеше спорт менән даими шөғөлләнә.

«Ошо байрам көнөндә барыһы ла йәнә бер тапҡыр сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында уйланһын һәм республика, ил етәкселегенә Президент Владимир Путиндың йөкләмәһен үтәргә ярҙам итһен: илдә йәшәүселәрҙең 70% спорт менән даими шөғөлләнергә тейеш», — тине Дмитрий Чернышенко.

Яңы Фехтование үҙәгендә 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал, махсус һәм тренажер залдары, тренерҙар һәм судьялар өсөн бүлмәләр бар.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-10-17/v-ufe-v-ramkah-foruma-rossiya-sportivnaya-derzhava-otkryl-tsentr-fehtovaniya-3970684

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика