Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
12:01 (UTC+5), 16 Октября 2024

Өфө Рәсәй олимпиясыларын тантаналы ҡаршы алды

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Бөгөн Өфө аэропортында төрлө йылдарҙа уҙған Олимпия уйындары чемпиондарын, призерҙарын һәм ҡатнашыусыларын, шулай уҡ йәш спортсыларҙы тантаналы ҡаршы алдылар. Улар баш ҡалабыҙға «Рәсәй — спорт державаһы» форумында ҡатнашыу өсөн килде.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17-19 октябрҙә Өфөлә XII «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үткәрелә.

Рәсәйҙең Олимпия комитеты башлығы, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Станислав Поздняков башҡа спортсылар менән бергә ҡунаҡсыл Башҡортостанға килеүенә шат булыуын белдерҙе. 

«Илебеҙ спортының уңыштарын күрһәтеү өсөн ҙур майҙансыҡ итеп уйланылған «Рәсәй – спорт державаһы» форумын бөгөн ҡунаҡсыл Өфө ҡабул итә. Ул физкультура һәм спортҡа, бында йәшәгән кешеләргә, спорт менән шөғөлләнергә һәм чемпиондарыбыҙға тиңләшергә теләгән балаларға ҡарата мөнәсәбәте менән ошо форумдың үҙәк майҙансығы булыу хоҡуғын алды. Килеүемә шатмын, форум яҡшы, дуҫтарса мөхиттә үтер тип ышанам. Республика етәкселегенә шундай йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт», — тине Станислав Поздняков.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-10-16/ufa-torzhestvenno-vstretila-rossiyskih-olimpiytsev-3969653

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика