

Өфөгә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумына Рәсәй Олимпия комитетының ҙур делегацияһы килә, уның составында – Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призёрҙары, тренерҙар, шулай уҡ Рәсәйҙең олимпия резервына ингән йәш спортсылар.
Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың баш ҡалаһына синхронлы йөҙөү буйынса ете тапҡыр олимпия чемпионы Светлана Ромашкина, фехтование буйынса ике тапҡыр олимпия чемпионы Софья Позднякова, спорт гимнастикаһы буйынса Олимпия уйындары чемпионы Никита Нагорный, фехтование буйынса ике тапҡыр олимпия чемпионы Софья Великая һәм башҡа билдәле спортсылар килә.
Улар Рәсәй Олимпия комитеты спортсылары комиссияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша. Бынан тыш, танылған спортсылар 19 октябрҙә билдәләнгән Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө сиктәрендә дистанцияны үтергә тейеш. Был көндө 25 мең кеше старт һыҙығына баҫа. Улар араһында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары, форумда ҡатнашыусылар, спорт һәм махсус хәрби операция ветерандары бар.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Олимпия комитеты делегацияһын ҡаршы алыу тантанаһы 16 октябрҙә «Өфө» халыҡ-ара аэропортында була.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.