Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Сентябрь 2024, 14:47

Өфөлә беренсе тапҡыр ишеү слаломы буйынса «Ҡурай төбәге» халыҡ-ара ярыштары ойошторола

Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

17 - 19 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы барышында ишеү слаломы буйынса «Ҡурай төбәге» халыҡ-ара ярыштары уҙғарыла. Был хаҡта Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ярыштар Өфөнөң Инорс биҫтәһендә ишеү слалом өсөн яңы комплекста була. Турнирҙа Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән ( Беларуссия, Ҡаҙағстанн, Үзбәкстан) 120-нән ашыу спортсы ҡатнаша. Рәсәй командаһы составында Токиола Олимпия уйындарында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева ла бар.

«Был халыҡ-ара турнир ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексында тәүге ҙур сара булмаҡсы. Яңы спорт объекты башҡа мөһим саралар үҙәгенә лә әүерелер тип ышанабыҙ», — тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-09-26/ufa-vpervye-primet-mezhdunarodnye-sorevnovaniya-po-grebnomu-slalomu-kray-kuraya-3945952

 

Читайте нас