10:02 (UTC+5), 23 Сентября 2024

Радий Хәбиров Өфөлә Фехтование үҙәген асыу көнөн әйтте

Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфөлә Фехтование үҙәге «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумына асылырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

«19 сентябрҙә махсус рәүештә төндә Фехтование үҙәгенең төҙөлөш майҙансығын барып ҡараным. Ул бик матур. Был донъя кимәлендәге объект, тип ҡыйыу әйтә алам. Рәсәйҙә иң ҙурҙарының береһе. Әҙерлек юғары һәм форумға беҙ уны асырбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм майҙаны 6,2 мең квадрат метрлыҡ ике ҡатлы Фехтование үҙәгендә спортсыларҙы 28 фехтование юлы, 373 урынлыҡ универсаль зал, махсуслаштырылған һәм тренажёр залдары, шәхсән шөғөлләнеү урыны, кейенеү бүлмәләре, тренерҙар һәм судьялар өсөн урындар көтә. Бынан тыш, медиктар блогы, бассейн һәм йүгереү юлдары бар.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-09-23/radiy-habirov-skazal-kogda-v-ufe-otkroetsya-tsentr-fehtovaniya-3941263

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика