Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Сентябрь 2024, 11:08

Башҡортостан биатлонсыһы Рәсәй беренселегендә «алтын» яуланы

Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Башҡортостан биатлонсыһы Анастасия Айгилдина Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы, тип хәбәр итә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

Спортсы Ярославль өлкәһендә юниорҙар араһында йәйге биатлон буйынса спринтта алтын миҙал алды. Анастасия 7,5 саҡрым арауыҡты хатаһыҙ үтте (21:14.5).

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандвң йыйылма командаһы йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-09-22/biatlonistka-iz-bashkirii-zavoevala-zoloto-pervenstva-rossii-3940232

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас