«Салауат Юлаев» һөжүмсеһе Глеб Кузьмин бәйләнешкә сыҡты һәм командаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был хаҡта Өфө хоккей клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Глеб Кузьмин Мәскәүгә дауаланырға ебәрелде. Хоккейсының хәле тотороҡло, бөгөн ул көйәрмәндәргә ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ҡушты. Яҡын арала Глебты дауаланыу һәм реабилитация көтә. Беҙ уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Хәҙер ҙә хоккейсыбыҙ үҙенең көслө характерын күрһәтә һәм мөмкин тиклем тиҙерәк боҙға сығырға теләй», — тиелә «Салауат Юлаев» командаһы белдереүендә.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына оператив ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.