Бөгөн «Салауат Юлаев» Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгелендә сираттағы уйынын үткәрә. Өфөләр үҙ майҙанында Омскиҙың «Авангард»ы менән осраша. Уйын баш ҡала ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.
Бынан алдараҡ «Салауат Юлаев» Екатеринбургта урындағы «Автомобилист» командаһынан 6:1 иҫәбе менән еңелде.
Турнир таблицаһында дәғүәселәр араһындағы айырма бер мәрәй, «Салауат Юлаев» бишенсе урынды биләй, ә «Авангард» өсөнсөлә.
Был миҙгелдә «Салауат Юлаев»тың элекке һаҡсыһы Павел Коледов Омск командаһы төҫтәрен яҡлай. Хоккейсы быйыл апрелдә «Салауат Юлаев»ты ҡалдырҙы һәм майҙа Омск клубы менән килешеү төҙөнө, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
6+
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.