Башҡортостан спортсылары V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында йәнә миҙалдар яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итә.
Рәсәй командаһы составында Ғәфүр Рахманғолов (уҡ атыу), Нур Күсәрбаев («Кок-бору» ҡырғыҙҙарҙың ат уйыны) һәм Илдар Ғирфанов («Кокпар» ҡаҙаҡ уйыны) бронза миҙалдар яуланы.
Бынан алдараҡ Башҡортостан спортсылары «ҡаҙаҡ көрәше»ндә ике миҙал алғайны.