Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2024, 11:41

Башҡортостан тенниссыһы — Парижда йәйге уйындар призеры

Рәсәй Паралимпия комитетының ТГ-каналы
Фото: Рәсәй Паралимпия комитетының ТГ-каналы

Башҡортостандан 53 йәшлек Елена Прокофьева Парижда барған йәйге Паралимпия уйындарында аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған спортсылар араһында өҫтәл теннисы ярышында көмөш призер булды.

Финалда ул япон ҡыҙы Нацуки Ваданан 1-3 иҫәбе менән еңелде (11:8, 8:11, 4:11, 4:11). Ҡыуаныслы хәбәр менән үҙенең телеграм-каналында спорт министры Руслан Хәбибов уртаҡлашты.

Шулай итеп, Башҡортостан спортсыларының бөтәһе алты миҙалы бар. Анна Кулинич-Сорокина (һөңгө ырғытыу) — көмөш, Антон Кулятин — ике бронза (5000 метрға, 1500 метрға йүгереү), Богдан Мозговой — бронза(100 метрға арҡаға ятып йөҙөү), Андрей Николаев бронза (400 метрға ирекле стилдә йөҙөү) алды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-09-06/tennisistka-iz-bashkirii-stala-prizerom-letnih-igr-v-parizhe-3913987

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас