Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Июнь , 12:21

Өфөнән Тимур Сафин БРИКС- 2024 уйындарында көмөш миҙал яуланы

Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Фото:Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Өфө рапирасыһы, өс тапҡыр Европа чемпионы, Олимпия уйындары еңеүсеһе Тимур Сафин БРИКС- 2024 уйындарында көмөш призер булды.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 июндә Ҡазанда рапирасылар араһында миҙалдар уйнатылған. Ярымфиналда Тимур Сафин Үзбәкстан спортсыһын еңгән.

Был иһә Башҡортостан спортсыларының йыйылма командаһында һигеҙенсе миҙал. Яҡташыбыҙ Нохчо Лабазанов грек-рим көрәшендә БРИКС- 2024 уйындары чемпионы исемен яуланы. Шулай уҡ Илья Первухин (каноэла ишеү), Алина Дәүләтова (бадминтон), Эрнест Шәрәфетдинов (карате) юғары пробалы миҙалдар алды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-06-20/rapirist-iz-ufy-timur-safin-zavoeval-serebro-igr-briks-2024-3816832

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: