Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Июнь , 10:19

Башҡортостандан грек-рим көрәшсеһе Нохчо Лабазанов БРИКС-2024 уйындары чемпионы исемен яуланы

Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Фото:Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Башҡортостандан грек-рим көрәшсеһе Нохчо Лабазанов БРИКС-2024 уйындары чемпионы булды. Финал алышында ул Беларусь көрәшсеһе Дмитрий Зарубскийҙы ваҡытынан алда еңде.

Еңеүсене һәм уның тренеры Вил Ғәлимйәновты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы.

«Был инде Башҡортостан спортсыларының БРИКС уйындарында бишенсе алтыны. Шулай уҡ Илья Первухин (каноэла ишеү), Алина Дәүләтова (бадминтон), Эрнест Шәрәфетдинов (карате) юғары пробалы миҙалдар яуланы. Ике каратист ҡыҙыбыҙ — Анна Кудрявцева, Айгөл Садиҡова көмөш һәм бронза миҙалдар алды», — тип билдәләне республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-06-20/greko-rimskiy-borets-iz-bashkirii-nohcho-labazanov-stal-chempionom-igr-briks-2024-3816770

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: