Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Май , 12:09

Башҡортостан шашкасылары – Европа турнирында иң яҡшылары

Башҡортостандан йәш спортсылар Софья Степанова һәм Алина Динисламова шашка-64 буйынса Европа беренселегендә еңеү яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итә.

Софья Степанова 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында «алтын», «көмөш» һәм «бронза» алды. Алина Динисламова 9 йәшкәсә ҡыҙҙар араһында беренсе һәм икенсе урынға лайыҡ булды.

Шашка турниры Төркиәлә үтте.

Быйыл апрель башында Софья Степанова Мәскәү өлкәһендә үткән йөҙ шаҡмаҡлы шашка уйындары буйынса Рәсәйҙең йәштәр беренселегендә алтын миҙал яуланы. Спортсы 17 йәшкә тиклемге категорияла сығыш яһаны, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-05-06/shashistki-iz-bashkirii-stali-luchshimi-na-turnire-evropy-3755039

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: