

Күмертау спортсылары Павел Сафонов һәм Ильвина Насирова Бөтә Рәсәй һуҡырҙар спорты федерацияһы президенты Ольга Семёнованан рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Башҡортостан спортсыларын тәбрикләү сараһы Чайковский ҡалаһында (Пермь крайы) һуҡырҙар спорты чемпионатын ябыу тантанаһында үтте.
Ярышта Рәсәйҙең 33 төбәгенән 79 спортсы егет һәм 51 спортсы ҡыҙ ҡатнашты.
«Спорт оҫталығы кимәле һәр миҙгел һайын арта бара», — тине Ольга Семёнова.
Призерҙар Рәсәй Спорт министрлығының миҙалдары һәм дипломдары менән билдәләнде.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.