Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.87
+0.29
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель , 15:16

Башҡортостандың мас-рестлерҙары Рәсәй чемпионатында һәм беренселегендә һигеҙ награда яуланы

Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Фото:Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Башҡортостандың мас-рестлинг буйынса йыйылма командаһы Санкт-Петербургта Рәсәй чемпионатында һәм беренселегендә өс көмөш һәм биш бронза миҙал яуланы. Спортсыларҙың еңеүе тураһында республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Таһир Моталлапов, Ренат Бәҙертдинов һәм Алексей Сычев көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ильян Низакаев, Тимур Зарипов, Даниель Низамов, Денис Ваһапов һәм Ләйлә Шаһисолтанова бронза миҙал менән бүләкләнде.

«Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы өсөн был — Рәсәйҙең өсөнсө чемпионаты. Беренсе турнирҙа бер миҙал алдылар, икенсеһендә — алты, был юлы һигеҙ. Артабан да үҫешергә, яңы спорт бейеклектәренә өлгәшергә ниәтләйбеҙ!» — тип Башҡортостандың мас-рестлинг федерацияһы етәксеһе Раил Бикмаевтың һүҙҙәрен килтерә спорт министрлығы.

(Мас-рестлинг — таяҡ тартышыу, яҡуттарҙың милли спорт төрө).

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-04-17/mas-restlery-bashkirii-zavoevali-vosem-nagrad-na-chempionate-i-pervenstve-rossii-3731481

Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Фото:Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Читайте нас: