11:49 (UTC+5), 15 Апрель 2024

17 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумы үткәрелә

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыу көнө билдәле булды. Ҙур спорт сараһы 17 октябрҙә ойошторола. Был турала бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

«Эш башланды. Форумда Рәсәй Президентының ҡатнашыуы күҙ уңында тотола, ул Физик культура һәм спорт буйынса совет ултырышын үткәрә. Шуға күрә етди әҙерләнергә кәрәк», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 апрелдә Мәскәүҙә «Беҙ бергә. Спорт» халыҡ-ара конгресс-күргәҙмә сараһы барышында Пермь крайынан Башҡортостан Республикаһына «Рәсәй – спорт державаһы» форумы штандартын тапшырыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-04-15/mezhdunarodnyy-forum-rossiya-sportivnaya-derzhava-proydyot-v-ufe-17-oktyabrya-3727640

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика