17:28 (UTC+5), 12 Апреля 2024

Мәскәүҙә Башҡортостанға «Рәсәй – спорт державаһы» форумы штандарты тапшырылды

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Ғиззәтуллин

12 апрелдә Мәскәүҙә «Беҙ бергә. Спорт» халыҡ-ара конгресс-күргәҙмә сараһы барышында Пермь крайынан Башҡортостан Республикаһына «Рәсәй – спорт державаһы» форумы штандартын тапшырыу тантанаһы үтте.

Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин билдәләүенсә, форум Рәсәйҙең спорт тормошонда ғына төп ваҡиға түгел, илебеҙҙең дуҫтарса мөнәсәбәттәге партнерҙары ла уға ҡыҙыҡһыныу белдерә.

«Өфө форумы беҙгә яңы хис-тойғолар, танышыуҙар һәм белем бүләк итер тип ышанам. Төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм Рәсәй мәнфәғәтенә ышаныслы рәүештә алға барырға ярҙам итәсәк. Башҡортостанға уңыштар теләйем, аҡ юл», - тине Рәсәйҙең спорт министры.

«Беҙ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путинға киләһе форумды үткәреү урыны итеп Өфө ҡалаһын һайлауы өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Күрше Пермь крайында уҙған форумда ҡатнаштыҡ. Сара шәп, сағыу, бай йөкмәткеле булды. Форсаттан файҙаланып, барыһын да октябрь айында Өфөгә Рәсәй Федерацияһының төп спорт ваҡиғаһына саҡырам», - тине Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика