Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.88
+0.3
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Апрель , 14:33

Республиканың йыйылма командаһы — фехтование буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры

Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы сайты
Фото:Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы сайты

Башҡортостандың йыйылма командаһы фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш призер булды. Башҡортостан спортсылары командаһында — Тимур Арыҫланов, Егор Баранников, Владислав Журавлев һәм Тимур Сафин.

Беренсе урынды Һамар өлкәһе рапирасылары яуланы, пьедесталдың өсөнсө баҫҡысын Санкт-Петербург командаһы биләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, турнир Пермь крайында 9 апрелгә тиклем бара. Унда 26 төбәктән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-04-05/sbornaya-bashkirii-stala-serebryanym-prizyorom-chempionata-rossii-po-fehtovaniyu-3715637

Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы сайты
Фото:Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы сайты
Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: