

Башҡортостан саңғысыһы Максим Яншаев биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында — һуҡырҙар спортында бер алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, турнир Ижевскиҙа үтте, наградалар өсөн илдең ун төбәгенән 100-гә яҡын спортсы көс һынашты.
Максим Яншаев (спортсыны оҙатып йөрөүсе Александр Потапов) классик стилдә (5 саҡрым), классик стилдә (спринт) һәм ирекле стилдә (10 саҡрым) сығыш яһаны.
Шулай уҡ Рәсәй кубогында, Рәсәй беренселегендә, Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр ярыштарында наградалар уйнатылды.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.