

Башҡортостандың йәш шахматсылары Азияның балалар-үҫмерҙәр беренселегендә ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһына инде, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан. Һәләтле спортсылар Ләйлә Табермакова һәм Реана Кинйәбулатова илебеҙҙән башҡа ҡатнашыусылар (71 шахматсы) менән классик шахмат, рапид һәм блиц буйынса ярышҡа — Эль-Айнға юллана.
Рәсәй шахматсылары халыҡ-ара турнирҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша, сөнки быйыл март айында Рәсәйҙең Шахмат федерацияһы Азия шахмат федерацияһына күсте, тип белдерҙеләр ведомствола.
Бынан алдараҡ Башҡортостандың йәш шахмат оҫталары Рәсәй командаһы составында сығыш яһап, уҡыусылар араһында Союз дәүләте спартакиадаһының шахмат буйынса «Олимпия өмөттәре» турнирында еңеү яуланы. Фестиваль Беларусь Республикаһында үтте, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.