


Башҡортостан көрәшселәре Баҡыла Европа чемпионы титулын яуланы. Спортсыларыбыҙҙың халыҡ-ара кимәлдә еңеүе тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Азербайжанда ойошторолған ярыштарҙа 19 илдән спортсылар ҡатнашты. Башҡортостан көрәшселәре алты алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды.
«Башинформ» агентлығы асыҡлауынса, ир-егеттәр араһында — Рөстәм Зыяҡаев (100 килограмдан ашыу), Дмитрий Ларюков (68 килограмға тиклем) һәм Рәзил Шабиев (75 килограмға тиклем), ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Алёна Фәтихова (52 килограмм), Алина Пухова (66 килограмм) һәм Олимпия Мәхийәнова (76 килограмм) Европа чемпионы исемен алды.
Илфаҡ Ибәтуллинда (57 килограмм) һәм Артур Зөлҡәрнәевта (82 килограмм) — көмөш миҙалдар. Виталий Балянов (100 килограмға тиклем) бронза миҙалға лайыҡ булды.
Әйткәндәй, быйыл июль айында Артур Зөлҡәрнәев Астанала билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында ете тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.