

Башҡортостан спортсыһы Артур Зөлҡәрнәев Астанала үткән билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Классик стилдә алтын миҙал бар. Артур Зөлҡәрнәев 82 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында етенсе тапҡыр донъя чемпионы булды. Шәп һөҙөмтә», — тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры.
Бер нисә көн элек республикабыҙ спортсылары Илфаҡ Ибәтуллин һәм Рәзил Шабиев Рәсәйҙең йыйылма командаһына ике көмөш миҙал килтерҙе.
Ярыштар йомғаҡтары буйынса дөйөм команда зачетында Рәсәй Федерацияһы беренсе урында бара. Икенсе урында — Ҡаҙағстан, өсөнсөлә — Төркмәнстан.
15 июлдә билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан спортсылары биш миҙал яуланы, шуларҙың өсәүһе — алтын, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
Ҡаҙағстанда халыҡ-ара ярыштарҙа 27 илдән 238 спортсы ҡатнаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.