Яҡташыбыҙ Розана Кашапова гер спорты буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә көмөш миҙал яуланы. Был хаҡта «Башинформ»ға Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушевтан билдәле булды. Спортсы ҡыҙ ошо районда тыуып үҫкән.
Ярыштар 7-12 сентябрҙә Үзбәкстандың Хиуа ҡалаһында уҙҙы. Унда донъяның 21 иленән 600-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Республикабыҙҙы Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең спорт мастеры Розана Кашапова күрһәтте. Әйткәндәй, спортсыларыбыҙ был ярышта рәсми гимн һәм милли йыйылма команданың флагы менән сығыш яһаны.