Башҡортостандың Адаптив спорт үҙәге спортсыһы һәм инструкторы Эренбург Миксонов пара-каратэ буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Турнир ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһында үтте. Унда илдең 14 төбәгенән 62 иң яҡшы спортсы ҡатнашты. Республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәренән яфаланған кешеләр өсөн ПОДА-ката дисциплинаһында сығыш яһап, илдең иң яҡшы пара-каратисы исеменә лайыҡ булды.
«Спортсыны һәм уның тренеры Тимербаев Марат Шәфиғулла улын шәп һөҙөмтә менән ҡотлайбыҙ», - тип белдерҙеләр Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.