Рәсәйҙән «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарында ҡатнашҡан ике йыйылма команда составында Өфөнән 23 спортсы бар. Был турала баш ҡала мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Егор Сорокин хәбәр итте.
Егор Сорокин әйтеүенсә, Рәсәй йыйылмаһы «Рәсәй-1» һәм «Рәсәй-2» командаларынан тора. Беренсеһендә Өфөнән — 10, икенсеһендә — 13 спортсы. Ярыштар ойошторолған майҙансыҡтарға инеү бушлай, тип өҫтәне ул һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарын Рәсәй спортсыларының сығыштарын ҡарарға саҡырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем бара. Кисә баш ҡаланың «Өфө-Арена» боҙ һарайында Уйындарҙы асыу тантанаһы уҙҙы.
Өфөгә Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, АҠШ, Израиль, Кения, Филиппин, Бахрейн, Иран, Ираҡ, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән (йәмғеһе 30 ) 743 спортсы килде. Рәсәй командаһында — 495 спортсы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.