11:00 (UTC+5), 21 Июля 2023

Өфөгә Сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарына 32 илдән 700-ҙән ашыу спортсы килә

Эдуард Ҡусҡарбәков

23 июлдә Өфөлә «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындары башлана.  Уйындарҙы асыу тантанаһы 24 июлдә «Өфө-Арена»ла була.

Башҡортостандың баш ҡалаһына 32 илдән 700-ҙән ашыу спортсы килә, Рәсәйҙең йыйылма командаһында — 495 кеше, улар өсөн ике меңдән ашыу көйәрмән янып-көйә. Сурдлимпиясылар һаңғырауҙар спортының 21 дисциплинаһында иң көслөләр исеме өсөн көрәшә (бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, велосипед спорты - маунтинбайк, велосипед спорты - шоссе, пуля менән атыу, спорт ориентиры, волейбол, карате, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляж волейболы, боулинг ). Ярыштар Өфөнөң 13 спорт объектында ойошторола.

Спорт майҙансыҡтарында 300-гә яҡын ирекмән эшләй. 100 кеше - Рәсәйҙең Һаңғырауҙар спорты федерацияһынан, Өфөнән иһә 200 волонтер. Уларҙың 110-ы ым-ишара телен белә. Бынан тыш, сурдотәржемәселәр ҙә йәлеп ителә.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, ведомство Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән берлектә Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа әҙерләгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарын уҙғарыу тураһында ҡарар 15 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡабул ителде, унда өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

6+

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-07-21/v-ufu-na-mezhdunarodnye-letnie-igry-surdlimpiytsev-priedut-bolee-700-sportsmenov-iz-32-stran-3350185

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика