12:33 (UTC+5), 06 Июля 2023

«Өфө» футбол клубының элекке генераль директоры Шамил Ғәзизов «Динамо»ны етәкләй

Фото: Валерий Шахов

«Өфө» футбол клубының элекке генераль директоры Махачкаланың «Динамо» футбол клубын етәкләй. Был хаҡта клуб президенты Гаджи Гаджиев хәбәр итә. 5 июлдә Ғәзизов менән килешеү  төҙөнөк, тип белдерҙе ул. Килешеү мөҙҙәтһеҙ.

«Команда алдында яҡшы уйнау бурысы тора. Финанс дисциплинаһын да нығытырға теләйбеҙ. Маҡсатыбыҙ - Рәсәй Премьер-лигаһына сығыу, ләкин быға ҡасан өлгәшербеҙ, әйтеүе ҡыйын», - ти Гаджиев.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Шамил Ғәзизов июнь башында «Өфө» футбол клубы етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы. Ул Беренсе лиганың 34-се туры матчынан һуң эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы (беҙҙең команда «Кубан» клубын ҡабул иткәйне). Уйын ҡунаҡтарҙың еңеүе менән тамамланды - 2:1. Уйын һөҙөмтәләре буйынса өфөләр Милли футбол лигаһының Беренсе лигаһы турнир таблицаһында 16-сы урын алды һәм клуб Икенсе лигаға күсте.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-07-06/byvshiy-gendirektor-fk-ufa-shamil-gazizov-vozglavil-dinamo-3329614

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика