


Яҡташыбыҙ, Миловка ауылынан Иван Андреев Түбәнге Новгородта «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында коляскала теннис буйынса абсолют чемпион тип танылды. Был хаҡта Өфө районы башлығы Николай Ельниковтың яҙмаһына һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Иван Андреев яңғыҙ разрядта лидерлыҡты бирмәне, республикабыҙ спортсыһы Марат Йосопов менән парлы разрядта беренсе урынды алды. Бынан тыш, яҡташтарыбыҙ Михей һәм Виктор Сидоровтар иһә 2-се һәм 3-сө урындарға лайыҡ булды.
Ярышта йәмғеһе дүрт комплект миҙал уйнатылды. Наградалар өсөн Рәсәйҙең 6 төбәгенән 23 паралимпиясы көс һынашты.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.