Кисә «Өфө» футбол клубының генераль директоры вазифаһына Александр Анатольевич Егоровтың тәғәйенләнеүе билдәле булды. Был хаҡта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Өфө» футбол клубы идараһы Егоров Александрҙы клубтың генераль директоры вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар сығарҙы. Яҡын көндәрҙә баш тренерҙың кандидатураһы хаҡында мәғлүмәт бирербеҙ», — тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Шамил Ғәзизовтың «Өфө» футбол клубының генераль директоры вазифаһын ҡалдырыуы тураһында яҙғайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Беренсе лиганың аҙаҡҡы туры уйынында «Өфө» командаһы «Кубань» командаһынан еңелеп, Икенсе лигаға төшөп ҡалды. Турнир таблицаһында команда 32 мәрәй менән 16-сы урынды алды.
Белешмә
Александр Егоров – спорт функционеры һәм футбол судьяһы. Рәсәй футбол союзының судьялыҡ итеү һәм тикшереү департаменты етәксеһе вазифаһында эшләгән. 2020 йылдың февралендә Мордовияның Футбол федерацияһы президенты итеп һайланған, Волга буйының «Мордовия» төбәк-ара йәш футболсылар әҙерләү үҙәге директоры.