Башҡортостандан Леон Арутюнян тай боксы буйынса Европа беренселегендә еңеүсе булды. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Мэнь» көрәш сәнғәте мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе тренер Радик Шакиров етәкселегендә 14-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында (75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы) беренсе урынды яуланы. Яҡташыбыҙ Англия һәм Төркиә вәкилдәре менән алышта ал бирмәне.
Тай боксы буйынса Европа чемпионаты һәм беренселеге 21-28 мартта Анкарала үтте.