Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Март 2023, 12:08

Яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева Тажикстанда ишеү слаломы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа алтын миҙалға лайыҡ булды

Башҡортостандың Спорт министрлығы
Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы

Башҡортостан спортсыһы, донъя чемпионы Алһыу Минәзева «Точикистон слалом опен» ишеү слалом буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яуланы. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Алһыу Минәзева каноэла ишеү буйынса шәхси ярышта беренсе урынды яуланы, тип белдерҙеләр ведомствола.

Халыҡ-ара турнир Дүшәнбе ҡалаһынан алыҫ түгел Варзоб йылғаһында уҙа. Ярыштарҙа Таиланд, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Һиндостан һәм Рәсәй командалары ҡатнаша.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов та әлеге ваҡытта ярыштар барған урында. Ул Алһыу Минәзеваны еңеүе менән ҡотланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-23/bashkirskaya-kanoistka-alsu-minazova-zavoevala-zoloto-v-mezhdunarodnyh-sorevnovaniyah-v-tadzhikistane-3187806

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: