Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Март 2023, 10:50

Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев менән осрашты

Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

22 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Zа самбо» проекты координаторы Сергей Елисеев менән осрашты. Көн тәртибендә — төбәктә спорт көрәшен үҫтереү, Өфөлә самбо буйынса халыҡ-ара фестиваль ойоштороу һәм республикала самбо оҫталары өсөн спорт формаһын етештерә башлау, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан «Zа самбо» федераль проектын бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уға республиканың 19 мәктәбе ҡушылды, ә 2023 йылдың аҙағына тағы ла 10 мәктәп өҫтәлә. Бынан тыш, яңы уҡыу йылынан Башҡортостан физик культура институтында ошо спорт дисциплинаһы буйынса тренерҙар әҙерләй башлайҙар.

— Бөгөн беҙҙә Рәсәй төбәктәренән Башҡортостан тәжрибәһен таратыуға һорауҙар бар, — тип хәбәр итте Сергей Елисеев. — Һеҙ ҙур көрәш мәктәбен үткәнһегеҙ, уны аңлайһығыҙ. Республика тәжрибәһен нигеҙ итеп алабыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 мартта Мәскәүҙә «Еңеү фәне» Бөтә Рәсәй форумы барышында «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчак Радий Хәбировтың 2024 йылдың ноябрендә Өфөлә Халыҡ-ара самбо фестивален уҙғарыу тураһында тәҡдимен хупланы. Турнирҙы киләһе йылда Өфөлә асылырға тейешле Көрәш һарайында ойоштороу ниәте бар.

— Беҙ Өфөлә иң ҙур зал асырбыҙ, унда чемпионаттар, төрлө спорт ярыштары, форумдар, фестивалдәр һәм башҡа әһәмиәтле саралар үткәрергә мөмкин, — тине Радий Хәбиров.

Сергей Елисеев шулай уҡ 2024 йылда Өфөлә уҡыусылар араһында самбо буйынса күләмле турнир ойошторорға тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандың туплаған тәжрибәһе һәм үҫешкән спорт инфраструктураһы ярыштарҙы иң юғары кимәлдә уҙғарырға мөмкинлек бирергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-22/radiy-habirov-vstretilsya-s-prezidentom-vserossiyskoy-federatsii-sambo-sergeem-eliseevym-3187607

Читайте нас: