Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март 2023, 16:06

Башҡортостандан беренсе класс уҡыусыһы рус шашкаһы буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы

Азат Ишемғолов/vk.com
Фото:Азат Ишемғолов/vk.com

Ишембайҙан беренсе класс уҡыусыһы Милана Хәзиева рус шашкаһы буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы. Тиҙ программала 9 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында ул икенсе урынды алды. Ярыштар Һамарҙа 17 марттан 23-өнә тиклем бара. Унда 35 төбәктән 600-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. 14 йәшкә тиклемге балалар өс программала көс һынаша: классик, тиҙ (рапид) һәм блиц.

«Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловтан билдәле булыуынса, һәләтле ҡыҙға былтыр ҡаланың балалар баҡсалары араһында шашка буйынса ярыштарҙа иғтибар иткәндәр. Шул ваҡыттан алып Милана Ишембайҙың шашка мәктәбендә әүҙем шөғөлләнә. Уның тренеры — республикала билдәле шашкасы  Янис Сафин.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-22/pervoklassnitsa-iz-bashkirii-pobedila-na-pervenstve-rossii-po-russkim-shashkam-3187155

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: