Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Март 2023, 15:18

Республикабыҙ боксёры «Адриатика ынйыһы» донъя кубогында бронза миҙал яуланы

Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Фото:Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Башҡортостан боксёры Иван Тихонов «Адриатика ынйыһы» донъя кубогында Рәсәй йыйылмаһы составында сығыш яһаны һәм 63,5 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бронза миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Көслө боксёрҙар турниры Черногорияла үтте. Рәсәй йыйылмаһы «Адриатика ынйыһы»нда бөтәһе 14 алтын, туғыҙ көмөш һәм алты бронза миҙалға лайыҡ булды.

Иван Тихонов Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юрий Шокуров етәкселегендә шөғөлләнә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-20/boksyor-iz-bashkirii-zavoeval-bronzu-v-kubke-mira-zhemchuzhina-adriatiki-3184042

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: