Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2023, 10:19

Өфө рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина Иранда үткән халыҡ-ара ярыштарҙа «бронза» яуланы

Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Фото:Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Өфө рапирасыһы, фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Иранда халыҡ-ара ярыштарҙа бронза миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Спорт министрлығынан. Яҡташыбыҙ сирекфиналда Арина Камалетдинованы еңде – 15:5.

Аделина Заһиҙуллина Тегеранда NOWRUZ GAH Fening Olympiad турнирында сығыш яһаны.

Бынан алда Аделина Заһиҙуллина Мәскәү өлкәһенең Новогорск ҡалаһында фехтование буйынса Бөтөн Рәсәй ярыштарында бронза призер булды. Сирекфиналда спортсы ҡыҙ Владислава Пенюшкинаны (Мәскәү) 15:8 иҫәбе менән еңде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-13/rapiristka-iz-ufy-adelina-zagidullina-zavoevala-bronzu-na-mezhdunarodnyh-sorevnovaniyah-v-irane-3175608

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: