Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Ғинуар 2022, 17:04

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә күп функциялы ишеү слаломы комплексы төҙөлә

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Өфөнөң 450 йыллығына Йылы күле эргәһендә күп функциялы ишеү слаломы комплексы төҙөлә. Хаҡы 396,1 миллион һумлыҡ спорт объекты Республика адреслы инвестиция программаһына индерелде.

«Был ҙур һәм техник ҡоролманы 2023 йылда асырға йыйынабыҙ, – тине Радий Хәбиров бөгөн Инорс биҫтәһе халҡы менән аралашыу барышында. – Эште быйыл уҡ башлайбыҙ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса һалынған да инде».

Күсмә кәңәшмәлә Башҡортостандың байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсылары һәм тренерҙары республика етәкселегенә комплекс өсөн рәхмәт белдерҙе, командалар әҙерләү, төрлө ярыштар үткәреү өсөн был объекттың мөһим булыуын билдәләне.

Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә 450 йыллыҡ юбилей уңайынан бер нисә ҙур спорт объекты – көрәш һәм волейбол үҙәктәре барлыҡҡа килә, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. Бынан тыш, 2022 йылда Инорс биҫтәһендә 1 650 урынлыҡ яңы мәктәп асыла.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-01-18/v-ufimskom-mikrorayone-inors-postroyat-mnogofunktsionalnyy-kompleks-grebnogo-slaloma-2658907

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: