Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.08
-0.88
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Июль 2018, 11:30
«Торос» хоккей клубы ялдан сыҡты һәм Юғары хоккей лигаһының яңы миҙгеленә әҙерлек планын баҫып сығарҙы
«Торос» хоккей клубы
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 3 июлдә Нефтекаманың «Торос» хоккей клубы ялдан сыҡты. Был турала команданың рәсми сайтында хәбәр ителә. 20 июлгә тиклем уйынсылар төплө медицина тикшеренеүе үтә, ә 21 июлдән «Торос» Латвияның Валмиер ҡалаһына юллана, унда ике иптәштәрсә матч үткәрә.
«Күнекмәләрҙән һуң «Торос» 10-12 августа Ижевскиҙа традицион «В.Тарасов мемориалы» турнирында ҡатнаша. Нефтекамалар һәм «Ижстали» турнир хужаларынан тыш, «Нефтсе» һәм «Торпедо» алыша», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр клубтың матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай уҡ Юғары хоккей лигаһының яңы миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә Нефтекама хоккейсылары тағы ике миҙгел алды турнирҙа: «Кама буйы кубогы»нда һәм Әлмәттә Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған турнирҙа ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1181687-khk-toros-vyshel-iz-otpuska-i-opublikoval-plan-podgotovki-k-novomu-sezonu-vkhl/
Автор:
Наталья Овчарук
Теги:
хоккей
юғары хоккей лигаһы
торос
Читайте нас: