07:55 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Дмитрий Колтаков чемпиондарса боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионатын тамамланы

http://fim-pictures.com/
Николай Ермоленко
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Өфөләге Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге спортсыһы, боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы титулын ваҡытынан алда яулаусы Дмитрий Колтаков финалдағы серияны чемпиондарса тамамланы. Һуңғы, 10-сы этапта, ул бөтә уҙыштарҙа ла еңде һәм мөмкин булған иң күп 21 мәрәй йыйҙы. Финал уҙышында Колтаковта – 202 мәрәй, көмөш миҙал яулаусы Тольятти спортсыһы Даниил Ивановтан 35-кә күберәк.
Голландияның Херенвене ҡалаһында Тиалф конькиҙа йүгереү һырғалағында үткән унынсы этапта финал уҙышында Колтаковтан һуң финишҡа Иванов, шулай уҡ Каменск-Уральскиҙан Динар Вәлиев һәм швед Мартин Хаарахилтунен килде. Этап өсөн йыйған мәрәйҙәр теҙмәһендә лә шундай уҡ: Колтаков – 21, Иванов – 19, Вәлиев – 16, Хаарахилтунен – 14. Артабанғы урындарҙа – Австрия егете Цорн – 12 һәм Рәсәй спортсыһы Дмитрий Хомицевич – 10, Колтаковтан тыш, берҙән-бер спортсы быйыл «гран-при» ота алды.
Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 53-сө шәхси донъя чемпионатының аҙаҡҡы һөҙөмтәһе.
1. Дмитрий Колтаков — 202 мәрәй; 2. Даниил Иванов — 167; 3. Дмитрий Хомицевич (бөтәһе лә — Рәсәй) — 154; 4. Мартн Хаарахилтунен (Швеция) — 115; 5. Динар Вәлиев (Рәсәй) — 98; 6. Франц Цорн — 76; 7.Харальд Симон (оба — Австрия) — 75; 8. Сергей Карачинцев (Россия) — 68;...
Дмитрий Колтаков өсөнсөгә донъя чемпионы булды, тәүге тапҡыр ул ошо исемде 2015 йылда алды, икенсе тапҡыр – уҙған йылда. Уның бөтә еңеүҙәрен атаһы Сергей Колтаков һәм Октябрьскиҙан элекке уҙышсы-гәрәевсы Марат Ғәниев уртаҡлаша. Беренсеһе улының командаһында йөрөү өлөшө, икенсеһе двигателдәр буйынса механик булып эшләй.
Быйыл Колтаков Рәсәйҙең шәхси чемпионатында һәм Рәсәй йыйылмаһында командаларҙың донъя чемпионатында алтын яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1140928-dmitriy-koltakov-po-chempionski-zavershil-chempionat-mira-po-gonkam-na-ldu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика