04:35 (UTC+5), 12 Марта 2018

Өфө егете Никита Шадрин Рәсәйҙең Мотоспорт федерацияһы кубогын яуланы

Николай Ермоленко
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Өфөләге Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге уҙышсыһы 17 йәшлек Никита Шадрин боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәйҙең Мотоспорт федерацияһы кубогын яуланы. Ярыш алдынан ике көн алдан Югорскиҙа (Ханты-манси автономия округы) ул мөмкин 30 мәрәйҙән 29 йыйҙы һәм биш йыл элек Рәсәйҙең Мотоспорт федерацияһы кубогын яулаусы элекке Европа чемпионы Андрей Шишеговты өс мәрәйгә уҙып китте. Бронза призер – Евгений Шаров – 25 мәрәй, дүртенсе урында элек ошо дәрәжәле трофейҙы яулаған Владимир Бобин (икеһе лә – Каменск-Уральскиҙан) – 24 мәрәй, ә тәүге биш уҙышсыға тағы ла бер яҡташыбыҙ – Салауаттан 16 йәшлек Герман Ханмырҙин ингән (22 мәрәй).
2018 йылғы боҙ миҙгелендә аҙаҡҡы рәсми ярыштарҙа Башҡортостандан тағы дүрт уҙышсы ҡатнашты. Нефтекаманан Антон Созыкин – һигеҙенсе (13 мәрәй), Андрей Шишеговтың Өфө районындағы «Добрынин» мотоклубынан йәш клубташтары Елисей Выдрин һәм Никита Панов — 11-се һәм 15-се, Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән йәш егет Артем Афанасьев 13-сө урын алды.
http://www.bashinform.ru/news/1126654-ufimets-nikita-shadrin-zavoeval-kubok-federatsii-motosporta-rossii/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика