04:00 (UTC+5), 31 Января 2018

«Салауат Юлаев»тың элекке уйынсыһы Денис Хлыстов – «Торос» хоккей клубы тренеры

«Торос» хоккей клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе, «Салауат Юлаев» клубының оҫталар командаһының элекке уйынсыһы, 2017 йылда хоккейсы профессиональ карьераһын тамамлаған Денис Хлыстов Нефтекаманың «Торос» хоккей клубының өлкән тренеры итеп тәғәйенләнде. Был турала команданың рәсми сайтында хәбәр ителә.
Былтыр Денис Хлыстов «Юлаев йәштәре» — «Толпар» клубы тренеры ине. Уның менән бергә Юғары хоккей лигаһы клубының тренерҙар штабына Рәмил Мәзитов инде. Ул ҡапҡасылар менән шөғөлләнәсәк.
Уҙған көндәрҙә «Торос» баш тренер Аркадий Андреев һәм ҡапҡасылар тренеры Дмитрий Курошин менән килешеүҙе өҙҙө. Был ҡарар ике яҡлы теләк нигеҙендә ҡабул ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1110510-byvshiy-igrok-salavata-yulaeva-denis-khlystov-stal-trenerom-khk-toros/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика