05:07 (UTC+5), 31 Мая 2017

Юғары хоккей лигаһына Башҡортостандың тағы ла бер клубы үтте

Станислав Шахов
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Учалыла урынлашҡан, әммә Екатеринбургтың «Автомобилист» структураһына ингән «Таусы» хоккей клубы киләһе миҙгелде Юғары хоккей лигаһында үткәрәсәк. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Рәсәй Хоккей федерацияһына яҡын мәғлүмәткә эйә булған сығанаҡ һөйләүенсә, «Таусы» буйынса ҡарар ҡабул ителгән, рәсми рәүештә 15 июндән дә ҡалмайынса иғлан ителәсәк.
Клуб етәкселеге аңлатма биреүҙән тыйылып тора.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Учалы «Таусы»һы ике йыл рәттән Төбәктәр кубогын – Милли Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең төп бүләген яуланы. Финалдағы серияла учалылар Пензаның «Дизелист» командаһын ышаныслы еңде.
«Киләсәктә лә Башҡортостанды лайыҡлы танытырһығыҙ, оҫталығығыҙҙы арттырырһығыҙ, республика спорты еңеүҙәренә тос өлөш индерерһегеҙ тип ышанам», — тип яҙғайны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотлау телеграммаһында.
Юғары хоккей лигаһында Башҡортостандың икенсе клубы ла уйнай. Ул – «Братина» кубогын өс тапҡыр яулаусы, лиганың иң көслө клубтарының береһе – Нефтекаманың «Торос» командаһы. Уҙған миҙгелде ул бишенсе урында тамамланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика