05:17 (UTC+5), 13 Марта 2017

Стәрлетамаҡтан Игорь Кононов — боҙҙа команда уҙыштарында донъя чемпионы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Тольяттиҙың «Мега-Лада» клубы уҙышсыһы, Стәрлетамаҡтан Игорь Кононов Рәсәй йыйылмаһы составында боҙҙа команда уҙыштарында донъя чемпионы булды. Уның менән бергә Каменск-Уральскийҙан Дмитрий Хомицевич һәм Өфөләге Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Колтаков (хәҙер — ЦСКА) алтын миҙалдар яуланы.
Инцелдә «Макс Айхер аренаһы»нда ике көн буйына барған уҙыштар рәсәйҙәргә 100 процентлы һөҙөмтә бирҙе. Улар 5:1 иҫәбе менән бөтә командаларҙы еңде һәм мөмкин булған 60-тан 60 мәрәй йыйҙы.
Рәсәйҙәрҙән 15 мәрәйгә артта ҡалған Австрия йыйылмаһы көмөш миҙалдарға лайыҡ булды. Франц Цорн командаһына 45 мәрәйҙән 30, Чарли Эбнер — 15, Йозеф Кройцбергер ноль мәрәй килтерҙе. Бронза миҙалдар боҙ хужаларында — Германия йыйылмаһында. Бында иң яҡшы һөҙөмтә — Өфөнөң «Башҡортостан-Техник спорт төрҙәре үҙәге» командаһы легионеры Гюнтер Бауэрҙа — 28 мәрәй. Макс Нидермайер — 12, Ханс Вебер бер мәрәй өҫтәне.
Шведтар немецтарҙан ике мәрәйгә артта ҡалды, артабан Чехия, Финляндия (25-әр мәрәй), Швейцария (14) командалары килә.
Рәсәй йыйылмаһының еңеүе — иҫәп буйынса 23-сө һәм рәттән 15-се. СССР һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе йыйылма командаларының еңеүҙәре менән бергә быйылғы еңеү — 35-се. Уларҙың составында Рәсәй уҙышсылары ғына сығыш яһаған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика