04:29 (UTC+5), 27 Февраль 2017

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европа чемпионатының алтын һәм бронза миҙалдары - Башҡортостанда

Анатолий Ермоленко
Николай Ермоленко
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 21-се Европа чемпионатының алтын һәм бронза миҙалдары Башҡортостан уҙышсыларына тейҙе. Өфөнөң Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге спортсыһы Николай Красников икенсе йыл рәттән Европа чемпионы булды. Бронза миҙалды беренселектең былтырғы көмөш призеры, Стәрлетамаҡ «Каустигынан» Дмитрий Солянников яуланы. Рәсәй уҙышсыларының ҙур ҡаҙанышын Эдуард Крысов (ЦСКА) тулыландырҙы – унда көмөш миҙал.
2017 йылдағы Европа чемпионатының йомғаҡтары.
1. Красников — 32; 2. Крысов — 30; 3. Солянников — 28; 4. Симон — 24; 5. Эбнер — 21; 6. Л. Гутла — 21; 7. Несытых — 21; 8. Нидермайер — 21; 9. Буш — 18; 10. Волейник — 14; 11. Кройцбергер — 11; 12. Сатре — 10; 13. Бауэр — 9; 14. Мяки — 6; 15. Р. Гутла — 3; 16. Кирилов — 3.
Европа чемпионына бүләкте – Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, ә алтын миҙалды ФИМ-Европа жюри президенты Сюзанна Хюттингер (Австрия) тапшырҙы.
Бүләкләү һуңында Николай Красников үҙенең механиктары Марат Куюков һәм Александр Родинға, шулай уҡ Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенә рәхмәтен белдереп, үҙенең бөтә чемпионлыҡ гонорарын әлеге ваҡытта ярышташ ғәйебе арҡаһында ҡулы йәрәхәтләнгәндән һуң дауалауға мохтаж Иван Чичиковҡа биреүен белдерҙе.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика