06:26 (UTC+5), 20 Февраль 2017

Рәсәй команда беренселегенең алтын һәм көмөш миҙалдары — Башҡортостан мотоуҙышсыларында

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй команда беренселегенең алтын һәм көмөш миҙалдарын Башҡортостан уҙышсылары яуланы. Стәрлетамаҡтың «Каустик» мотоклубы командаһы еңеүсе булды. Был команда өсөн Дмитрий Солянников, Никита Тарасов һәм Вадим Свинухов сығыш яһаны. Ике көн эсендә стәрлетамаҡтар 43 мәрәй йыйҙы һәм Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәген биш мәрәйгә уҙып китте. Уның составында Никита Шадрин, Никита Богданов һәм Артем Афанасьев бар ине. Бронза миҙалдарҙы боҙ хужалары — Каменск-Уральский ҡалаһының Техник спорт төрҙәре үҙәге уҙышсылары яуланы.
Рәсәй беренселеге-2017 йомғаҡтары түбәндәгесә:
1.«Каустик» (Стәрлетамаҡ) — 43; 2. «Башҡортостан-Техник спорт төрҙәре үҙәге» (Өфө) — 38; 3. Техник спорт төрҙәре үҙәге (Каменск-Уральский) — 34; 4. «Мега-Лада» (Тольятти) — 32; 5. «Торпедо-ШААЗ» (Шадринск) — 18; 6. «Прогресс» (Глазов) — 16.
Яңы чемпиондарҙан бер аҙна элек кенә Рәсәй кубогында аварияға осраған Никита Тарасов айырылып торҙо — 22 мәрәй, Дмитрий Солянниковтың иҫәбендә 18 мәрәй, яңыраҡ алған йәрәхәтенән һуң тәүге тапҡыр стартҡа баҫҡан Вадим Свинухов өс мәрәй өҫтәне. Өфөләр һәм бөтә ҡатнашыусылар араһында Никита Шадрин иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте — 25 мәрәй. Никита Богданов боҙҙа тәүге миҙгел генә, шуға ҡарамаҫтан, 13 мәрәй йыйҙы. Артем Афанасьев запаста ине һәм бер тапҡыр ҙа стартҡа сыҡманы.
Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй команда беренселеге 11-се тапҡыр үткәрелде. Тәүге ике ярыш «Каустик» уҙышсыларына еңеү килтерҙе, ул саҡта Игорь Кононов лидер ине. Хәҙер стәрлетамаҡтар — юниорҙар араһында өс тапҡыр Рәсәй чемпиондары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика