08:21 (UTC+5), 16 Февраль 2017

Башҡортостан боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европа чемпионатын ҡабул итергә әҙерләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. 25-26 февралдә Өфөләге «Төҙөүсе» стадионында боҙҙа мотоуҙыш буйынса 21-се Европа чемпионаты уҙғарыла. «Ярышҡа әҙерлек нисек бара?» тигән һорау менән «Башинформ» агентлығы Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге директоры Риф Сәйетгәрәевкә мөрәжәғәт итте. Ул Рәсәй Мотоспорт федерацияһының вице-президенты һәм илдең мотоспорт буйынса йыйылма командаларының баш тренеры булып тора.
— Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенең (бынан алдараҡ – спорт клубы) 16 йыл эшләү дәүерендә «Төҙөүсе» стадионында дүрт Европа һәм алты донъя чемпионаты, шул иҫәптән дүрт финал уҙғарылды. Шуға күрә беҙҙең өсөн бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Ярыштарҙы техник яҡтан тәьмин итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар. Ярыштарҙы хәҙер үк үткәрергә мөмкин. Ойоштороуға бәйле башҡа һорауҙарҙы кисә Өфө хакимиәтендә ойоштороу комитеты ултырышында тикшерҙек. Уны мэр урынбаҫары Искәндәр Сираев алып барҙы. Ҡасандыр уның менән бер футбол командаһында уйнағайныҡ. Ултырышта республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов та ҡатнашты. Шуға күрә башҡа мәсьәләләр ҙә хәл ителер тип ышанам.
— Былтыр Австрия, тәүҙә Өфө менән бүлешергә теләмәһә лә, чемпионатты үткәреүҙән еңел генә баш тартты...
— Ул — Австрия, беҙгә баш тартырға ярамай. Европа чемпионаты – беҙҙең, тәү сиратта Башҡортостандың ҡаҙанышы. Бынан тыш, Европаның тәүге чемпионы Ғабдрахман Ҡадиров һәм һуңғыһы – Николай Красников та беҙҙеке. Өфө Европа чемпионының алтын миҙалдары һаны буйынса ла беренсе урында. Бер ҡайҙа ла Башҡортостандағы, Өфөләге кеүек традициялар, ҡыҙыҡһыныуҙар юҡ.
— Ҡатнашыусыларҙың составы ниндәй? Рәсәй йыйылма командаһында үҙгәрештәр юҡмы?
— Өфө боҙонда ете ил: Австрия, Бельгия, Германия, Норвегия, Рәсәй, Чехия һәм Финляндия уҙышсылары сығыш яһай. Сит ил спортсылары араһында иң тәжрибәлеһе – Австриянан Харальд Симон. Өфө көйәрмәндәре уны ғинуар аҙағында Суперлига уҙыштарында күргәйне. Рәсәй йыйылмаһында әлегә бөтәһе лә план буйынса бара. Чемпионатта былтыр Европа чемпионатында алтын һәм көмөш миҙал яулаған Николай Красников (Өфө) һәм Дмитрий Солянников (Стәрлетамаҡ), 2014 йылда Европа чемпионы Василий Несытых (Каменск-Уральский), 2011 йылда бронза призер Эдуард Крысов (ЦСКА) сығыш яһай.
Кем беренсе килә, шул Европа чемпионының алтын миҙалын аласаҡ. Тәүге көндә беренсе булған спортсы миҙгелдең төп ярыштары барышында уҙғарылған Ғабдрахман Ҡадиров мемориалының төп призына эйә буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика